Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Декабрь 2020, 21:35

Әлгизәнең мәсьәләһе хәл ителде

Шулай итеп, Күмертау ҡалаһында ваҡытында пособие ала алмаған ҡатын менән булған мәсьәлә хәл ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн ил Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы ваҡытында колл-үҙәккә Күмертауҙа йәшәгән Әлгизә Туҡтарованан һорау килде. Ҡатын туғыҙ айлыҡ балаһына ноябрь һәм декабрь айҙары өсөн пособие ала алмауы тураһында белдергәйне. Владимир Путин был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты, социаль түләүҙәр системаһында өҙөклөк булмаһын, тине.
Матбуғат конференцияһы бөтөп тә өлгөрмәне, мәсьәлә хәл ителде. Тәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙ арала республикала социаль түләүҙәр системаһын тикшерергә ҡушты. Һәм бына әле генә вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованан рәсми яуап килде.
"Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, беҙ шунда уҡ Әлгизә Туҡтарованың түләүҙәр мәсьәләһенә бәйле проблемаһын хәл итә башланыҡ. Башҡортостан буйынса Пенсия фондынан белдереүҙәренсә, Күмертау ҡалаһында йәшәгән Әлгизә үҙенә тейешле бөтә түләүҙәрҙе лә ваҡытында алған. Ҡатын белдереүенсә, ул Интернетта балалар өсөн өҫтәмә түләүҙәр бар тип уҡыған һәм шуның тураһында һораған. Ҡабатлап әйтәм, тәғәйенләнгән бар түләүҙәрҙе ул ваҡытында һәм тулы кимәлдә алған", – тине Ленара Иванова.
Чыганак https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/lgiz-ne-m-s-l-e-h-l-itelde-596243/
Читайте нас