Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Ғинуар 2021, 00:40

161 кешене эш менән тәьмин иткәндәр

2020 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, “Фермерлыҡҡа булышлыҡ итеү системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты ауыл хужалығында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 2426 кешене йәлеп итеү мөмкинлеген биргән. Был пландағы күрһәткестән 12,6 процентҡа юғарыраҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын республикала тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты ултырышында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков ошо турала һөйләне.
Уның әйтеүенсә, былтыр төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға 266 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралғайны. Бөтә аҡса тулыһынса үҙләштерелгән. Ирек Сураков грант алыусыларҙың 161 кешене эш менән тәьмин итеүе тураһында белдерҙе.
Әйткәндәй, бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/161-keshene-esh-men-n-t-min-itk-nd-r-638174/
Читайте нас