Ҡурай
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Көнүҙәк
19 Января 2021, 16:40

Саранан ситтә ҡалмағыҙ!

28 ғинуарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм үҙмәшғүл граждандар өсөн “223-сө Федераль законға ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һәм һөнәри килем буйынса һалым түләүселәрҙең юридик шәхестәрҙең айырым төрҙәрҙе һатып алыуҙарында ҡатнашыуы” темаһына онлайн-семинар үткәрелә.

Сараны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте ойоштора. Үрҙә әйтелгән закон һәм башҡа темалар буйынса һөйләшеүҙәр буласаҡ.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен, үҙмәшғүлдәрҙе борсоған мәсьәләләр ҡараласаҡ. Бынан тыш, төрлө килешеүҙәр төҙөү, аукциондарҙа ҡатнашыу тураһында ла һөйләйәсәктәр. Был сараның ойошторолуы - Рәсәй Президенты Владимр Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡак килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ.
Ошо һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин: https://email.etpgpb.ru/landing/msp-210128-bashkortostan
YouTubта күрһәтеләсәк: https://youtu.be/cguLeZ9Sl5A
Читайте нас