Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Ғинуар 2021, 17:30

Нуриман ирекмәндәре – еңеүселәр иҫәбендә

Рәсәй Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" федераль проекты сиктәрендә уҙғарылған “Яңы йыл – һәр йортҡа” акцияһының “Ирекмән – йыл Ҡыш бабайы” конкурсының “Иң креатив ҡотлау” номинацияһында Нуриман районынан Гөлназ Садиҡованың эше иң яҡшыһы тип табылды.

Ул “Нуриман” турист-спорт йәштәр үҙәге ҡарамағындағы ирекмәндәр үҙәге етәксеһе. “Районыбыҙҙан конкурста ике ҡатнашыусы булды. Беҙҙең команданың эшен юғары баһалағандары өсөн бик шатбыҙ”, - тип ҡыуанысын йәшермәй Гөлназ.
Ирекмәндәр үҙәге “Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто” учреждениеһы менән берлектә Нуриман районы хакимиәте ярҙамы менән “Яңы йыл йәки коронавирусҡа ҡаршы көрәш” исемле онлайн-әкиәт әҙерләй. Сығышта төп геройҙар - Мәскәй әбей менән Кикимора, балаларға байрам кәйефе һәм бүләктәре таратыу өсөн, Яңы йылды COVID-19 инфекцияһынан ҡотҡара.
Эксперттар тарафынан нуримандарҙың эше “иң креатив ҡотлау” булараҡ баһаланған. Тиҙҙән команда ысын Ҡыш бабай менән осрашыуға Великий Устюгҡа сәйәхәткә йүнәләсәк.
Конкурсты “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы ойошторҙо.
Фото: wikidedmoroz.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Nuriman-irekm-nd-re--e-e-sel-r-i-bend-645362/
Читайте нас: