Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Февраль 2021, 00:05

Етемдәр түҙемһеҙлек менән торлаҡ көтә

Өфөлә 1188 етем бала торлаҡҡа мохтажлыҡ кисерә. Был мәғлүмәтте Республикаға идара итеү үҙәге килтерҙе. Билдәле булыуынса, Өфөлә йәшәүселәр, шул иҫәптән ҡарауһыҙ ҡалған етем балалар Рәсәй Генераль прокуроры урынбаҫарына дәғүә менән мөрәжәғәт иткәйне. Торлаҡҡа мохтаждар урындағы власть органдарынан льготалы торлаҡ бүлеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көтә.

Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, 2019-2020 йылдарҙа етем балаларға торлаҡ алыуға 317 миллион һум аҡса бүленгән, төҙөлөүсе йорттарҙа 220 торлаҡ бинаһына муниципаль контракттар төҙөлгән. Дәүләт йөкләмәләрен үтәү өсөн был сумманың етерлек кимәлдә булмауы билдәләнгән. Етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү республика өҫтөндәге оло бурыс һәм уның үтәлеше республика бюджетынан бүленгән лимит суммаһына бәйле, тип аңлаттылар ҡала мэрияһында.
Башҡортостанда һуңғы ун йыл эсендә етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балалар һаны 18 638-ҙән 11 960-ҡа тиклем кәмене. Яңы тыуған сабыйҙарҙы ташлап ҡалдырыу факттары ике тапҡырға ҡыҫҡарҙы. Ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү осраҡтары ла кәмене. Был мәғлүмәттәр быйыл Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың комитет ултырышында яңғыратылды. Етемдәрҙең тормошонда ҡасан һиҙелерлек үҙгәрештәр булыр, уларҙың дәғүәләренә ниндәй яуап ҡайтарырҙар, барыһын да йыл барышында күрербеҙ.
Фото: Мо-тлярата.рф
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Etemd-r-t-em-e-lek-men-n-torla-k-t-685929/
Читайте нас: