Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Февраль 2021, 00:35

Фермер еләк үҫтереү күләмен нисек арттырмаҡсы?

Илеш районы фермеры Айгөл Мәрүәрова быйыл яҙҙан яңы технология буйынса еләк ултыртып, әҙер продукция етештерергә әҙерлектәре тураһында сираттағы "Инвестиция сәғәте"ндә белдергән.

Асыҡ һауала һәм теплицала еләк үҫтереү менән Айгөл 2016 йылдан шөғөлләнә. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып бейек туннелдәр технологияһын ҡуллана башлай. Улар дымды ла һәйбәт һаҡлай, үҫентеләр һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә лә бик бирешмәй.
Был ысул менән фермер асыҡ һауалағы 2,5 гектар майҙанда еләктең гектарынан биш тонна, теплицалағы 0,5 гектар еләктең гектарынан 14 тонна уңыш йыйып алған.
Яңы проектҡа ярашлы иһә ике майҙансыҡта үҫенте ултыртыласаҡ. Уның береһе - Өфө районы Авдон ауылында, икенсеһе Ҡырмыҫҡалыла буласаҡ. Цехтар 2026 йылда сафҡа инер тип планлаштырыла. Инвестиция күләме 160 миллион һум тәшкил итәсәк. Хужалыҡта йыл һайын бер мең тонна еләк һәм 30 тонна консерваланған продукция етештерергә планлаштырыла.
Башланғыс тормошҡа ашырылһа, 80 кешегә эш урыны буласаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, был проектты республиканың башҡа райондарына ла таратырға кәрәк.
фото: criptoblog.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/esh-yuar/Fermer-el-k--tere-k-l-men-nisek-arttirma-si-686111/
Читайте нас: