Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Февраль 2021, 00:15

Теләһәң, һине лә һанайым...

Быйыл көҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙғарыла. Был сараның үҙенсәлектәре тураһында һүҙебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Иҫәп алыуҙың маҡсаты барыһын да һанау түгел
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Илдәрҙең күпселеге тарафынан дөйөм ҡабул ителгән ошо ваҡыт эсендә йәмғиәттәге тенденцияны күҙәтергә була. Иҫәп алыуҙың төп маҡсаты кеше һанын иҫәпләү түгел, быны ЗАГС, һалым органдары йәки Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса ла эшләргә булыр ине. Иң мөһиме – заманса Рәсәйҙә әлеге мәлдә кемдең нисек йәшәүенә төшөнөү.
Милләт төшөнсәһе, телдәрҙе белеү-белмәү, милләт-ара никахтар һаны, белем кимәле, никахтарҙың ғәмәлдәге хәле, эшкә барғанда юлда сарыфланған ваҡыт, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары – был мәғлүмәттәрҙең береһе лә дәүләт базаһында юҡ, уларҙы иҫәп алыу барышында ғына асыҡларға мөмкин.
Мәғлүмәтте берәүгә лә асмайҙар
“Йыйған мәғлүмәтте нимә эшләтерҙәр?” тип борсола күптәр. Енәйәтселәр килеп, аҡса таптырыр, һалым инспекторы килер ҙә, ул да аҡса талап итер, теркәлгән фатирҙа йәшәмәйенсә, уны ҡуртымға биреүҙе белеп ҡалырҙар ҙа, аҡса һорарҙар, хәрби комиссариат хеҙмәттән ҡасып йөрөгәндәрҙе табып ҡуйыр, махсус хеҙмәттәр бөтә мәғлүмәте белер, тип хәүефләнә улар. Тик борсолорға урын юҡ: закон буйынса иҫәп алыу барышында бирелгән мәғлүмәттәрҙең барыһы ла конфиденциаль һәм таратылырға тейеш түгел. Иғтибар итһәгеҙ, иҫәп алыу ҡағыҙында мөлкәт, килем күләме, фатирға кемдең хужа булыуы тураһындағы, кешенең шәхес таныҡлығындағы мәғлүмәттәр күрһәтелмәй. Ә бына рәсми никахҡа инеү-инмәүегеҙ йәки граждан никағы менән йәшәүегеҙ, өйҙә ниндәй телдә һөйләшеүегеҙ, йортоғоҙҙоң нимәнән һалыныуы, ҡайҙа эшләүегеҙ – бик мөһим мәғлүмәт, әммә һалым органдары, махсус хеҙмәттәр, хатта енәйәтселәр өсөн түгел.
Документ күрһәтеүҙең кәрәге юҡ
Иҫәп алыусыларҙың фамилияһы, паспорты күрһәтелгән таныҡлығы, фирма кейеме, битлеге һәм бирсәткәһе була. Уларҙы фатирығыҙға индермәҫкә, ҡағыҙҙарҙы коридорҙа тултырырға хаҡығыҙ бар.
Бөтәһе өс бланк тәҡдим ителә. Беренсеһе – Рәсәйҙә даими йәшәгәндәр өсөн, икенсеһе – торлағығыҙға ҡағыла, унда йәмғеһе ун һорау, өсөнсөһө – Рәсәйҙә йәшәгән сит ил граждандары өсөн.
Мәғлүмәттәрҙе тултырыуға яҡынса 10-20 минут китә. Һорауҙарға 14 йәше тулған һәр кеше йәки ғаилә ағзаларының береһе генә яуап бирә ала.
Бөтә мәғлүмәттәр һеҙҙең һүҙҙән яҙыла, бер ниндәй ҙә документ күрһәтергә кәрәкмәй. Иҫәп алыусылар килем кимәлен дә, фатирға кемдең хужа булыуын да һорамаясаҡ. Бланкта исем-шәрифегеҙ ҙә күрһәтелмәй. Айырым осраҡтарҙа иҫәп алыусы эшкә контроллек итеү, бер үк кешенән ике тапҡыр һорау алмау өсөн исем-шәрифегеҙҙе һорауы ихтимал. Теләһәгеҙ, был һорауға яуап бирмәгеҙ.
Һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә тырышығыҙ, белгәнегеҙҙе әйтегеҙ. Яуапты (мәҫәлән, торлаҡтың ҡасан һәм нимәнән һалыныуын) белмәһәгеҙ, был һорауҙы үткәреп ебәрегеҙ.
Фото: bashinform.ru
https://bash.rbsmi.ru/news/Tel----ine-l--anayim-684352/
Читайте нас: