Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Февраль 2021, 01:20

Балалы ғәиләләрҙе ҡайғыртайыҡ

Президент В.Путин Хөкөмәткә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Рәсәйҙә ике һәм унан да күберәк балалы ғәиләләр өсөн ташламалы ипотека ставкалары кәметелергә мөмкин. Ҫер түгел, фатир һатып алыусы, йорт төҙөүсе ғәиләләрҙең күбеһе кредит ала. Ошоға бәйле Президент Хөкөмәткә һәм Үҙәк банкка 2021-2024 йылдарға ташламалы ипотека программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был хаҡта мәғлүмәт Кремль сайтында урынлаштырылған.
Дәүләт Башлығы ошолай уҡ ике һәм унан күберәк балалы ғәиләләр өсөн ипотека ставкаһын кәметеү мәҫәләһен ҡарауҙы йөкләтте.
Тәҡдимдәр 31 мартҡа ҡәҙәр кертелергә тейеш.
Читайте нас: