Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Февраль 2021, 01:00
Өфөлә Ибраһимов бульвары ремонтлансаҡ
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә, 2021-2022 йылдарҙа баш ҡаланың Ибраһимов бульвары капиталь ремонтланасаҡ. Ошо маҡсатта финанс сығанаҡтар федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан бүленәсәк.
Ибраһимов бульвары Өфөнөң үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Транспорт күп йөрөһә лә, юл күптәнән ремонтланмаған. Яңыртыласаҡ юлдың оҙонлоғо 1,7 километр тәшкил итә.
Ағымдағы йылда ямғыр һыуы өсөн канализация, һыу үткәргестәр, бордюрҙар алмаштырыласаҡ, асфальт ҡатламдары түшәләсәк.
2022 йылда юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәр башҡарыласаҡ: яңы светофорҙар, юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ яҡтыртҡыстар яңыртыласаҡ.
Ремонт барышында Ибраһимов бульвары буйлап транспорт хәрәкәте - өлөшләтә, ә асфальт түшәгәндә кварталдар буйлап тулыһынса сикләнәсәк.
“Башинформ” фотоһы.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/f-l-Ibra-imov-bulvari-remontlansa-688968/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан