Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Февраль 2021, 23:40

Сәйәси партияларға уңыштар теләйем

"Ғәҙел Рәсәй"партияһы съездын асыу Рәсәй Президенты сәләмләүе менән башланып китте.

"Ғәҙел Рәсәй", "Ғәҙеллек өсөн" һәм "Рәсәй патриоттары" партиялары бөгөн берләшеү мәҫьәләһе буйынса сәйәси съезддар уҙғарасак, шунан һуң ғөмүм съездда "Ғәҙел Рәсәй – Ғәҙеллек өсөн" тигән яңы патриотик партия төҙөү тураһында иғлан итәсәктәр. Президент мөрәжәғәтенең текстын "Ғәҙел Рәсәй" партияһы лидеры Сергей Миронов укыны.

Президент билгеләп үткәнсә, партияның закон сығарыу башланғысы һәр ваҡыт хөрмәт уята.
"Берләштереү процессы Ватан хаҡына тағын да нәтижәлерәк эшләргә , алда торған һайлауҙарҙа үҙегеҙҙе лайыҡлы күрһәтергә мөмкинселек бирәсәгенә ышанам, уңыштар теләйем",-тине ул мөрәжәғәтендә.
Читайте нас: