Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Февраль 2021, 23:00

Йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Кушнаренко районында Рәсәй Президенты Влвдимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә мәҙәни-спорт комплексы эргәһендәге йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән мәҙәни-спорт комплексы бинаһы тирә-яғы бөтөнләй яңы төҫ аласаҡ. Уның уң яғында яңы өйләнешкән йәштәр зонаһы булдырыласаҡ. Бында “МӨХӘББӘТ” тигән яҙыу һәм тормошто, хистәрҙең ныҡлы булыуын кәүҙәләндереүсе “Яңы өйләнешкән парҙар ағасы” барлыҡҡа киләсәк. Йәштәр ағасҡа символик йоҙаҡтар эләсәк тип күҙаллана.
Иҫке фонтан ремонтланасаҡ. Шулай уҡ ҙур булмаған амфитеатр төҙөлөп, ял итеү, ойошторолған сараларҙы ҡарау өсөн уңайлы урындар булдырыласаҡ. Комплекстың ҡалған биләмәһе газондарға, түтәлдәргә бүленеп, йәшелләндереләсәк.
Ә урындағы эшҡыуар таш һындар паркын төҙөкләндереү һәм сувенир продукцияһын һатыу өсөн сауҙа нөктәләре ойоштороуға дүрт миллион һум аҡса йүнәлтергә планлаштыра. Үҙ проектын ул муниципаль район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә яҡлай. Инициатор проектты ағымдағы йылда тормошҡа ашырырға иҫәп тота.
Читайте нас: