“Бөгөн миңә журналистар мөрәжәғәт итеп, вице-премьер Борис Беляевты һаҡ аҫтына алып тороуҙары тураһында комментарий биреүҙе һораны. Миңә был эш тураһында фекер әйтеүе ауыр. Тәфтиш органдары беҙҙә төбәк властарына буйһонмай эш итә. Борис Владимировичты ғәйепләгән эпизодтар мин дә, Башҡортостан Башлығы ла бында эшләмәгән осорға тура килә. Үҙе лә ул саҡта Хөкүмәттә эшләмәгән, ә Күмертау ҡалаһы мэры булған. Был әлеге ваҡытта тәүҙә ҡулға алынған, аҙаҡ өйҙәге һаҡ аҫтына ултыртылған төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаевҡа ҡарата асылған эш буйынса. Тәфтиш бында барыһын да асыҡлар һәм аҙаҡ суд нөктә ҡуйыр тип ышанам”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.