Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Февраль 2021, 00:30

Етештереү күрһәткесен яҡшыртҡандар

Белоретта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар продукция сығарыу йылдамлығын икеләтә арттырған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

“Республикала Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа милли проект предприятиеларға баҙарҙа конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырып, үҙ урынын яулау өсөн дәүләт ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген бирҙе. Әле проектҡа 106 предприятие йәлеп ителгән, уларҙың ҡайһы берҙәре етештереү күрһәткесен байтаҡҡа яҡшыртҡан”, – тине Рөстәм Моратов.
Мәғлүм булыуынса, Белоретта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында Белорет сеткалар һәм япмалар заводы, Белорет рессоралар һәм пружиналар заводы һәм “Строп-Комплект” ҡатнаша. Аҙағынаса етештерелмәгән продукцияны ҡыҫҡартыу иҫәбенә 80 миллион һум самаһы аҡса экономияланған. Уны ҡатмарлы осорҙа етештереүҙе үҫтереүгә һәм тотороҡландырыуға йүнәлтергә ниәтләйҙәр. Уртаса иҡтисади һөҙөмтә дүрт миллион һум самаһы тәшкил итә.
Фото: bzrp.ru
Читайте нас: