Башҡортостан дәүләт аграр университетында “Фермер мәктәбе” федераль проектының икенсе ағымы тыңлаусылары өсөн теоретик дәрестәр башланды. Ауыл хужалығы тармағындағы йүнселдәр комплекста эшмәкәрлекте ойоштороуҙың хоҡуҡи формалары, ниндәй документтар кәрәклеге хаҡында белде. Буласаҡ фермерҙарҙы бигерәк тә ерҙе ҡуртымға алыу килешеүен төҙөүгә бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
"Был - күп өмөттәр уятҡан ыңғай башланғыс, барлыҡ уҡытыусылар мөһим һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә. Дөйөм алғанда, әкренләп үҙ хыялымды тормошҡа ашыра башланым", - ти курс тыңлаусыһы Гөлнур Исхаҡова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә “Фермер мәктәбе” федераль проектының икенсе ағымы башланды. Был уҡыуҙар илдә бер юлы 15 төбәктә бара. Ә Башҡортостанда сара икенсе тапҡыр үткәрелә. Һөҙөмтәле башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектының “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” федераль проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.