Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Көнүҙәк
15 Марта 2021, 16:35

Үлемесле аварияларҙы нисек кәметергә?

Башҡортостанда аварияларҙа үлгән кешеләр һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәмемәй. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә был турала фекерҙәрен белдерҙе.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, үткән аҙнала Башҡортостан юлдарында 44 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 49 кеше йәрәхәтләнгән һәм өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, дөйөм авариялар һәм унда йәрәхәтләнгән кешеләр һаны кәмегән. Ә бына үлгәндәр буйынса, хәл үҫешкә киткән. Йыл башынан алып 75 кешенең ғүмере аварияларҙа өҙөлгән.
Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәк кимәлендәге юлдарҙа үлемесле авариялар 28 процентҡа кәмегән, ә бына федераль юлдарҙа 60 процентҡа артҡан.
– Үлемесле аварияларҙың сәбәбе билдәле: тиҙлекте арттырыу һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыу. Федераль трассалар бигерәк тығын. Айырыуса Силәбе өлкәһенә ингән урында. Әле унда ҙур төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Был эште башҡарыу мотлаҡ, уны илдең Транспорт министрлығы менән берлектә башҡарып сығырға кәрәк. Киңәйтеү һәм төҙөкләндереү мөһим. Шулай уҡ федераль трассаларға камералар ҡуйыу ҙа кәрәкле эш, – тине ул.
Фото: ЮХХДИ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/lemesle-avariyalar-i-nisek-k-meterg-716350/
Читайте нас