Көнүҙәк
16 Март 2021, 18:20

“Башнефть” газ үткәргесте яңыртты

“Роснефть” нефть компанияһы составындағы “Башнефть” компанияһы Өршәк ятҡылығынан сыҡҡан эйәрсен нефть газын Башҡортостандың Шкапов газ эшкәртеү заводына ташый торған газ үткәргесте яңыртты.

Реконструкция барышында яңы газ үткәргес һуҙылды, ул эшкәрткән предприя­тиеға тәүлегенә 50 мең кубометрға тиклем углеводород сеймалын өҙлөкһөҙ оҙатып торасаҡ. Бынан һуң үткәргес торба аша газды ташыу газ үткәргестең айырым участкаларын ремонтҡа ябып торғанда ла өҙөл­мәйәсәк.

“Өршәк” компрессорлау стан­цияһынан Ауырғазы районындағы “Раевка” бүлгесенә тиклем 10,8 километр оҙонлоғондағы өҫтәмә газ үткәргес һалыу эйәрсен нефть газын ташыуҙың ышаныслылығын артты­расаҡ һәм газ сеймалын ҡулланыусыға оҙатыуҙың өҙөкһөҙлөгөн тәьмин итәсәк. Эйәрсен нефть газынан Шкапов газ эшкәртеү предприя­тие­һында газ мотор яғыулығы, химия сәнәғәте өсөн ҡиммәтле сеймал булған тотороҡло газ бензины һәм башҡа продукттар етештерелә.

Газ үткәргестең өҫтәмә тармағын төҙөү “Башнефть” компанияһының тирә-яҡ мө­хиткә төшкән көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы газ программаһының мөһим бер сараһы булып тора. Күп тиҫтә йылдар дауамында нефть сығарыуҙың ҡалдыҡ продукты тип һаналған эйәрсен нефть газы таҙартыу, киптереү һәм компрессорлап ҡыҫыуҙың яңы технологиялары ярҙамында ҡиммәтле сеймалға әйләнде.

Компанияның газ бизнесын үҫтереү газды “таҙараҡ” яғыулыҡ тип ҡараған глобаль трендҡа тап килә. Эйәрсен нефть газын рациональ файҙаланыуҙы арттырыу програм­маһын тормошҡа ашырыу ташландыҡ йылытма газдарын аҙайта, нефть сығарылған төбәктәрҙә экологик хәлде яҡшырта.

Газ үткәргестәр, газ компрессорлау станциялары һәм продуктив ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында нефть газын уларға кире ҡыуҙырыу ҡеүәттәрен күпләп төҙөү һуңғы туғыҙ йылда “Башнефть” компанияһына эйәрсен нефть газын маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу кимәлен 400 проценттан ашыуға күтәреү мөмкинлеген бирҙе. Мәҫәлән, төп Арлан ятҡылыҡтары төркөмөндә ул 99 процент, Краснохолм ятҡылыҡтары төркөмөндә 98 процент тәшкил итә, был тармаҡта иң яҡшы күрһәткес тип таныла. Дөйөм алғанда, компанияның Башҡортостандағы ятҡылыҡтарында был күрһәткес нормала ҡаралған 95 урынына 96 процентҡа етте.

БЕЛЕШМӘ:

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте – илдең нефть һәм газ тармағындағы бик әүәлдән эшләп килгән предприя­тиеларҙың береһе, ул нефть, газ сығарыу һәм эшкәртеү эшмәкәрлеге алып бара. “Башнефть”тең төп активтары, шул иҫәптән нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы комплексы, Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан.

Нефть һәм газ разведкалау һәм сығарыу шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Ненец автономиялы округы, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы биләмәләрендә лә тормошҡа ашырыла.

“Башнефть” нефть компанияһының Башҡортостан Республикаһындағы эйәрсен нефть газын файҙалы тотоноу буйынса маҡсатлы программаһы 2012 йылдан алып тормошҡа ашырыла һәм өс йүнәлештән тора:
l “Башнефть”тең Туймазы һәм Шкапов газ эшкәртеү предприятиеларына газды оҙатып, ҡиммәтле нефть химияһы сеймалы алыу;
l эйәрсен нефть газын электр энергияһы эшләп сығарыу өсөн файҙаланыу;
l ҡатламда баҫымды һаҡлау өсөн газды кире ҡыуҙырыу.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/bashneft-gaz-tk-rgeste-ya-yrtty/
Читайте нас