Ҡурай
+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Көнүҙәк
5 Апреля 2021, 17:45

Хәтер баҡсаһы" акцияһы старт аласаҡ

Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов “Башҡортостан Республикаһы урман фонды ерҙәрендә “Хәтер баҡсаһы” урманын ултыртыу буйынса халыҡ-ара акцияға әҙерлек буйынса республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.

"Тергеҙеү эштәре “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла, – тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов. – Ағасты ҡырҡыу һәм тергеҙеү нисбәте республика өсөн 97,3 процентҡа тиң булырға тейеш. Ул арттырып үтәлеп, 109,4 процент тәшкил иткән. Йәғни тергеҙеү майҙаны ҡырҡыуға ҡарағанда 1,3 мең гектарға артып, 15,3 мең гектарға етте. Был - һуңғы ун йылдағы иң яҡшы күрһәткес. Урманды яһалма тергеҙеү буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында тора, Рәсәй буйынса – етенсе”.
Шуны ла әйтергә кәрәк, былтыр ҡырҡылған 14 мең гектар урман майҙанын тергеҙеү өсөн быйыл план буйынса 14,3 мең гектар майҙанда ағас ултыртыу ҡаралған.
"23 апрелдән 23 майға тиклем урман фонды биләмәһендә ағас ултыртыу буйынса айлыҡ үткәрәбеҙ. Сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арналған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ярашлы уҙасаҡ. Республика биләмәһендә саралар “Йәшел Башҡортостан” акцияһы аҫтында үтә. Быйыл уны ике этапта уҙғарыу күҙаллана: 24 апрелдә тораҡ пункттарҙы йәшелләндереү һәм, климат шарттарын иҫәпкә алып, дәүләт урман фонды ерҙәренә ағас ултыртыу, ә 15 майҙан урманда төп ағас ултыртыу саралары үтәсәк.
Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, акцияны уҙғарыу өсөн барлыҡ муниципалитеттарҙың биләмәләрендә дөйөм 251 гектар майҙанда 65 участка әҙерләнгән, уларҙа бер миллион самаһы үҫенте ултыртыласаҡ.
"Ағас ултыртыуҙың үҙәк майҙаны тип Шишмә районының Әмин ауылы эргәһендәге ике гектарлыҡ ерҙе билдәләргә тәҡдим итәбеҙ. Ун мең ылыҫлы тоҡомло үҫенте сәсергә планлаштырабыҙ. Ҡала һәм ауылдарҙа ултыртыу өсөн ҙурыраҡ ағастар әҙерләнгән, муниципалитет хакимиәттәренә уны алыу өсөн беҙҙең урман хужалыҡтарына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ", – тине ведомство етәксеһе.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, ағас ултыртыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр өсөн сайт с интерактивной картой эшләй, ул әҙерләнгән майҙандарҙы күреүгә булышлыҡ итә. Күрһәтелгән сайттарға мобиль версия, шулай уҡ компьютер аша ла инергә мөмкин. Һайланған майҙансыҡҡа маршрут төҙөү мөмкинлеге бар. Ғөмүмән, барлыҡ мәғлүмәттәр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайтында урынлаштырылған һәм район муниципалитеттарына ебәрелгән.
"Урман культураһы эштәре осоронда ағас ултыртыу буйынса башҡа саралар ҙа планлаштырабыҙ. Быйыл “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ярашлы иҫтәлек ағастарын 25 майҙа “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында мәктәпте тамамлаусылар менән берлектә ултыртыу ҡарала", – тине министр.
Шулай уҡ был сараларҙа “Башнефть”, “Рәсәй тимер юлы”, Һаҡлыҡ банкы кеүек эре предприятиеларҙың ҡатнашыуы традицияға әйләнгән. Быйыл да улар ситтә ҡалмаҫ, ти ведомство етәксеһе.
"Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Экология" милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/H-ter-ba-sa-i-aktsiya-i-start-alasa-748977/
Читайте нас