Эштәр исемлегенә һыу бүлгестә яңы скважиналар ҡуйыу, насосты һәм башҡа ҡорамалдарҙы алмаштырыу, яңы селтәрҙәр һалыу, ҡоймалау, юлды төҙөкләндереү инә. Костарев ауылында икенсе күтәрелеше насос станцияһында, һыуҙы таҙартыу станцияһында байтаҡ эш планлаштырыла. Һыуҙы йомшартыу һәм таҙартыу ҡулайламаһын сафҡа индереү һөҙөмтәһендә эсәр һыу сифаты ярайһы уҡ яҡшырасаҡ, тип күҙаллана.
Проектта шулай уҡ 1000 кубометрлыҡ таҙа һыу резервуарын, телевышка янында 3000 мең кубомертлыҡ резервуар төҙөү ҡарала. Бөрө ҡалаһында 45 километрлыҡ үткәргес торбаларҙы алмаштырасаҡтар. Әйткәндәй, ҡалала һыу селтәренең дөйөм оҙонлоғо – 196 километр. Быйыл иһә бысраҡ һыуҙы ҡаланан ситкә сығарған бөтә торбаларҙы яңыртыу күҙаллана.