Ҡурай
+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Көнүҙәк
13 Апрель 2021, 16:00

Тәтешлелә агрономик конференция

Тәтешле районында ағымдағы яҙғы ҡыр эштәренә бағышланған агрономик конференция үтте.

Унда фәнни хеҙмәткәрҙәр, хужалыҡтар етәкселәре һәм белгестәре, ауыл берәмектәре башлыҡтары ҡатнашты. Сараны район хәкимиәте башлығы Фәнүр Шайхисламов асты.

Үҙенең сығышында район ауыл хужалыгы һәм аҙыҡ-түлек идараһы етәксеһе Расих Минәжев 2021 йылғы яҙғы ҡыр эштәрен атҡарып сығыу өсөн ҡуйылған маҡсаттар һәм мәҫьәләләр тураһында һөйләп үтте. Фәнни хеҙмәткәрҙәр һәм башҡа белгестәрҙең дә сығыштары ошо йүнәлештә булып, аграрийҙарға эштәрендә яҡшы нәтижәләргә ирешеүгә кәңәш һәм ярҙам булып яңгыраны.

Читайте нас