Көнүҙәк
14 Апрель 2021, 16:20

Йәш экологтарҙың сираттағы уңышы

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология минисирлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, экологик ғилем аҙналығы нигеҙендә уҙғарылған уҡыусыларҙың экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары асыҡланды. Сара 7 – 10 апрелдә Ставрополдә үткәрелде.

Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева әйтеүенсә, Мәләүез районы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары уҡыусылары юғары уңыштарға өлгәште.
Олимпиада теоретик һәм практик этаптарҙан торҙо. Балалар экологияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе, ил Президенты Владимир Путиндың гармониялы экологик йәмғиәт булдырыу зарурлығы тураһындағы һүҙҙәренә нигеҙләнгән проекттары менән таныштырҙы, шулай уҡ орнитология, ботаника һәм гидробиология буйынса тикшеренеүҙәрен тәҡдим итте.
Мәғлүм булыуынса, йәш экологтарҙың тырышлығы һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларын ойоштороу республикала тормош сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/358855/
Читайте нас