Яңы ҡорамал юғары етештереүсәнлеге менән айырыла һәм сканерлау процесын һиҙелерлек тиҙләтергә ярҙам итә, ауырыуҙар өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә һәр төрлө онкологик сирҙәргә дөрөҫ баһа биреү еңелләшә.
- Инструкцияға ярашлы эшләү барышында яҡшы сифатлы һүрәттәр алына һәм пациенттар менән эшләү еңелләшә, - ти диспансерҙың баш табибы Адель Измайлов. - Яңы аппарат яман шештәрҙе иртә осорҙа асыҡлау буйынса диагностик мөмкинлектәрҙе арттыра һәм сирлеләрҙең хәл-торошон контролләргә булыша.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.