Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Июнь 2021, 23:15

Предприятиеларҙың әҙерлеге тикшереләсәк

Башҡортостанда яңы уңышты йыйып алыуға әҙерлек тикшерелә.

Республикала төбәктәге 2021 йыл уңышы ҡабул итәсәк ойошмаларҙың матди-техник базаһын яңы миҙгелгә әҙерлеге тикшерелә. Комиссия эшен 25 июндә башлаясаҡ. Уның составына республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы, район хакимиәттәре һәм ҡайһы бер федераль ойошмалар вәкилдәре ингән.
37 предприятиены тикшереү планлаштырылған. Улар араһында элеваторҙар, шәкәр заводтары ла бар. Был эш яңы уңышты юғалтыуҙарһыҙ, тулайым йыйып алыу өсөн дә мөһим. Шуны әйтергә кәрәк: комиссия предприятиеларҙың экспорт ташыу, ауыл хужалығы продукцияһын оҙаҡ һәм сифатлы һаҡлау мөмкинлектәрен ҡараясаҡ.
Әйткәндәй, яңы уңышты ҡабул итәсәк ойошма-предприятиелар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Уның экспорттағы өлөшө, 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, 70 процент тәшкил итә.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Миляуша Гареева
Читайте нас