Көнүҙәк
27 Июнь 2021, 18:20

Социаль эшҡыуарлыҡ хаҡында һөйләштеләр

Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостандағы социаль эшҡыуарҙарға ярҙам буйынса тәжрибә менән таныштырҙылар.

25 июндә социаль өлкәләге инновациялар һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы форумы үткәрелде. Сарала Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” корпорацияһы, эшҡыуарлыҡ үҫеше институттары, Социаль өлкә инновациялары һәм “Минең бизнес” үҙәктәре етәкселәре ҡатнашты. Форумда Башҡортостан исеменән Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡтың Социаль өлкәләге инновациялар үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова сығыш яһаны. Ул “Социаль эшҡыуарҙар өсөн ярҙам сараларын файҙаланған төбәктәр тәжрибәһе” ментор сессияһы сиктәрендә Башҡортостандағы был йүнәлеш буйынсағы эш хаҡы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, республикала социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса һиҙелерлек тәжрибә эшләнгән. Йүнселлектең был үҫешенә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ыңғай йоғонто яһай. Башҡортостандағы үҙәктең һөҙөмтәле эше “Минең бизнес” үҙәктәре дөйөм милли рейтингында ла баһаланды. “Иң яҡшы Социаль өлкәләге инновациялар үҙәге” йүнәлешендә республика III урын яуланы. Ағымдағы йылда Социаль эшҡыуарҙар реестрына 400-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Был иһә һәр эшҡыуар менән аныҡ эш. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары барлыҡҡа килә, хеҙмәттәр күрһәтелә.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Sotsial-esh-iuarli--ha-inda--yl-shtel-r-840326/
Автор:Миляуша Гареева
Читайте нас