Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Июль 2021, 16:50

Ағиҙел ихаталары төҙөкләндерелә

Быйыл "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса Ағиҙелдә Беренсе төҙөүселәр урамындағы 5-се һәм 5-се А йорттары ихаталары берҙәмләштерелеп төҙөкләндерелә.

Ағиҙел ихаталары төҙөкләндерелә
Ағиҙел ихаталары төҙөкләндерелә

Был ихаталарҙа  төҙөлөш тематикаһындағы ҙур балалар майҙансығы буласаҡ, шулай уҡ автомобилдәр өсөр парковка урындары, экологик стилдә сүп контейнерҙары майҙансығы төҙөлә, подъездар алдында эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйыла. Бынан тыш, йорттар территорияһы йәшелләндереләсәк.

Барлығы был эштәргә республика бюджетынан - 16 миллион һум,  700 мең һум– ҡала бюджетынан бүленгән һәм 140 мең һумды был йорттарҙа йәшәүселәр йыйған. Төҙөкләндереү эштәрен 1 сентябргә тиклем тамамларға тейештәр.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас