Көнүҙәк
30 Июля 2021, 07:18

Республиканы эҫе ял көндәре көтә

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, күк күкрәй.

Республиканы эҫе ял көндәре көтәРеспубликаны эҫе ял көндәре көтә
Республиканы эҫе ял көндәре көтә

Башҡортостанда алдағы ял көндәре эҫе була, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 31 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, күк күкрәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Йәшен йәшнәгәндә елдең көсәйеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә – 13-18 градус, таулы райондарҙа һигеҙ градусҡаса йылы. Көндөҙ – 27-32 градус.

1 августа ла урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Йәшен ваҡытында елдең көсәйеүе көтөлә.

Һауа температураһы төндә – 13-18 градус, тауыл райондарҙа һигеҙ градусҡа тиклем йылы. Көндөҙ иһә 27-32 градус.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас