Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, 27 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.
Шуның менән бәйле ведомствола республика халҡына һәм ҡунаҡтарына ошондай кәңәштәр бирәләр:
— урманда йәки торф ятҡылыҡтарында (хатта һыу ятҡылыҡтары янында) усаҡ яҡмаҫҡа;
— баҫыуҙарҙа йәки аҡландарҙа ҡоро үләнгә ут төртмәҫкә. Башҡаларҙың шулай эшләгәнен күрһәгеҙ, уларҙы туҡтатырға һәм үрт һалыуҙың нимәһе менән ҡурҡыныс икәнен аңлатырға тырышығыҙ;
— һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө йәки шырпы ташламаҫҡа;
— автомобиль һәм мотоцикл менән урманға инмәҫкә — тауыш йотҡостоң осҡондары янғынға сәбәпсе булыуы ихтимал.