Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Сентябрь 2022, 13:24

Хөкүмәт власть органдары рәсми сәхифә алып барырға тейешле социаль селтәрҙәрҙе билдәләне

Һүҙ уҙғарылған саралар тураһында отчеттар, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса комментарийҙар, көнүҙәк бәйләнеш мәғлүмәттәре хаҡында бара.

Хөкүмәт власть органдары рәсми сәхифә алып барырға тейешле социаль селтәрҙәрҙе билдәләне
Хөкүмәт власть органдары рәсми сәхифә алып барырға тейешле социаль селтәрҙәрҙе билдәләне

Федераль хөкүмәттең бойороғона ярашлы, дәүләт органдары, муниципалитеттар, төрлө ведомстволар ҡарамағындағы ойошмалар һәм судтар 2022 йылдың 1 декабренән «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә рәсми аккаунттар булдырырға һәм алып барырға тейеш.

Бойороҡ июлдә «Дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттән файҙаланыуҙы тәьмин итеү тураһында»ғы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнгән. Хәҙер дәүләт органдары үҙҙәренең эшен күрһәтеү өсөн социаль селтәрҙәрҙә рәсми сәхифәләр булдырырға бурыслы. Һүҙ уҙғарылған саралар тураһында отчеттар, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса комментарийҙар, көнүҙәк бәйләнеш мәғлүмәттәре хаҡында бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың власть органдары, ведомстволар һәм муниципалитеттар етәкселәре бер нисә йыл дауамында был күрһәтмәне арттырып үтәй. Әйтәйек, «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәренән тыш, улар телеграм-каналдар алып бара.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: