Киләсәктә Башҡортостан аша федераль әһәмиәттәге ике трасса үтәсәк. Бының турала үҙенең телеграм каналында республиканың транспорт министры Александр Булушев белдерҙе. Юлдарҙы төҙөү перспективалары тураһында ошо көндәрҙә Ҡазанда үткән «Юл 2022» халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә форумында һөйләнеләр.
Булушев белдереүенсә, улар федераль ведомстволарҙан коллегалар һәм «Автодор» компанияһы менән М-12 «Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург» шәп тиҙлекле автомагистраль төҙөү преспективалары буйынса һөйләшкән. Был юлдың бер өлөшө Башҡортостан аша үтәсәк.
Бынан тыш, майҙансыҡта яңы шәп тиҙлекле магистралдең Рәсәй көньяғы менән тоташтырасаҡ Көньяҡ-көнбайыш хорда үҫеше тураһында ла фекер алышыу үткән.
«Был Һамар, Тольятти, Һарытау, Волгоград аша Өфөнө Краснодар менән бәйләйәсәк һәм Азов диңгеҙе менән Каспий бассейнына юл асасаҡ. Буласаҡ юлдарҙы проектлағанда республикала ғәмәлдә булған сәнәғәт кластерҙарын һәм юғары темп менән үҫешкән “Алға” айырым иҡтисади зона тураһында онотмаҫҡа кәрәк тип белдерҙем», - тип яҙған төбәк транспорт министры.
Александр Булушев әйтеүенсә, республикала федераль әһәмиәттәге юғары тиҙлекле ике трассаның барлыҡҡа килеүе төбәк иҡтисадында ыңғай йоғонто яһаясаҡ, логистика бәйләнешен һәм туристик ҡыҙыҡһыныуҙы арттырасаҡ.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.