Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Февраль 2023, 14:11

Ҡалтасылар мобилизацияланғандар өсөн үҙенсәлекле күстәнәс әҙерләгәндәр

Вәсил ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға ебәреү өсөн 40-тан ашыу туҡмас контейнеры әҙерләгән.

Ҡалтасылар мобилизацияланғандар өсөн үҙенсәлекле күстәнәс әҙерләгәндәр
Ҡалтасылар мобилизацияланғандар өсөн үҙенсәлекле күстәнәс әҙерләгәндәр

Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙамды Ҡалтасы районы Вәсил ауылы халҡы беренсе тапҡыр ғына ебәрмәй. Улар әйтеүенсә, быныһы инде өсөнсөгә.

Декабрҙә улар гумконвой менән бергә райондан йылы әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, гигиена саралары тейәлгән посылка ебәргән. Шул саҡта урындағы ҡул эше оҫталары 50 парҙан ашыу йөн ойоҡбаш бәйләгән, умартасылар 50 кг бал оҙатҡан. Был юлы улар туҡмас әҙерләргә булған.

Битараф булмаған 20-нән ашыу активист был идеяны хуплаған. Был бәләкәй генә ауылдан әлеге ваҡытта Украинала ете кеше батырҙарса һуғыша.

Ярымфабрикат әҙерләү өсөн хужабикәләр 100-гә яҡын йомортҡа тотонған. Ҡайһы берәүҙәр туҡмасты өйҙә киҫеп, контейнерҙарға һалып алып килгән. Ә клубта киҫелгән туҡмасты киптереп, контейнерҙарға һалғандар. 40-тан ашыу контейнер булған.

 

Сығанаҡ: Калтасинская Заря

Ҡалтасылар мобилизацияланғандар өсөн үҙенсәлекле күстәнәс әҙерләгәндәр
Ҡалтасылар мобилизацияланғандар өсөн үҙенсәлекле күстәнәс әҙерләгәндәр
Ҡалтасылар мобилизацияланғандар өсөн үҙенсәлекле күстәнәс әҙерләгәндәр
Автор:
Читайте нас: