Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Март 2023, 11:40

Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусин ваҡытынан алда вазифаһын ҡалдырды

Билдәле булыуынса, 22 марта Краснокама советы депутаттары уның отставкаһын ҡабул итте.

Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусин ваҡытынан алда вазифаһын ҡалдырды
Краснокама районы башлығы Рөстәм Мусин ваҡытынан алда вазифаһын ҡалдырды

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Чиновник әйтеүенсә, был — уның шәхси ҡарары.

«Мин Краснокама районы хакимиәте башлығы вазифаһында эшмәкәрлегемде тамамланым, был — минең ҡарарым, — тип яҙҙы Мусин.

Билдәле булыуынса, кисә Краснокама советы депутаттары уның отставкаһын ҡабул итте. Район башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп уның урынбаҫары Алексей Горбачев тәғәйенләнде.

Рөстәм Мусин 1965 йылдың авгусында Мишкә районының Иштебай ауылында тыуған, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Тәүге эш урыны —«Мишкә» совхозы. 2009-2015 йылдарҙа — Нефтекамала «Уралагро» компанияһының етештереү буйынса директоры. Һуңыраҡ Мишкә районын, 2019 йылдың майынан Краснокама районы хакимиәтен етәксеһе булып эшләгән.

Автор:
Читайте нас: