Ҡурай
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Май 2023, 10:32

Республикала сәсеү эштәре 75 процентҡа тамамланған

Тәүлегенә республикала яҡынса 90 мең гектар сәселә.

Республикала сәсеү эштәре 75 процентҡа тамамланған
Республикала сәсеү эштәре 75 процентҡа тамамланған

Башҡортостанда яҙғы сәсеү 75 процентҡа тамамланған, тип хәбәр итте республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

«Бөгөнгә 1,5 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәселгән. Был иһә план күрһәткесенең 75 проценты (план — 2,102 миллион гектарға яҡын)», — тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов.

Тәүлегенә республикала яҡынса 90 мең гектар сәселә. Шул уҡ ваҡытта Әлшәй, Архангел, Дәүләкән, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез аграрийҙары сәсеү эштәрен 90 проценттан ашыуға үтәгән.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар яҡынса 1,078 миллион гектар майҙанда сәселгән, был пландың 74,1 процентын тәшкил итә.

Архангел, Илеш һәм Ҡалтасы райондарында май культураларын сәсеү тамамланған. Әле 10 районда: Әлшәйҙә, Баҡалыла, Бәләбәйҙә, Бүздәктә, Дәүләкәндә, Ҡырмыҫҡалыла, Мәләүездә, Стәрлебашта, Стәрлетамаҡта һәм Яңауылда планлаштырылған майҙандарҙың 90 проценттан ашыуында сәсеү эштәре башҡарылған.

Башҡортостанда бөтәһе 336 мең гектарҙа май культуралары сәселгән, йәғни пландың 80 проценты.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: