Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Май 2023, 16:25

Башҡортостанға ҡош киҙеүе янай

Рәсәйҙә юғары патогенлы ҡош киҙеүе буйынса эпизоотик хәл ҡатмарлаша.

Башҡортостанға ҡош киҙеүе янай
Башҡортостанға ҡош киҙеүе янай

Рәсәйҙә юғары патогенлы ҡош киҙеүе буйынса эпизоотик хәл ҡатмарлаша, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан ветеринария идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Быйыл май башынан Волга буйы федераль округындағы 16 сығанаҡта ҡырағай ҡоштарҙың (аҡсарлаҡтарҙың) киҙеү менән сирләүе асыҡланған. Марий Эл һәм Удмурт республикаларының һыу ятҡылыҡтарында — дүртешәр, Киров өлкәһендә һигеҙ сығанаҡ табылған. Йоғошло сирҙең беҙҙең республика биләмәһенә үтеп инеү ихтималлығы ҙур», — тип белдерҙеләр республиканың ветеринария идаралығында.  

Белгестәр әйтеүенсә, ауырыу бик тиҙ тарала, 100% үлем осрағына, шулай уҡ агросәнәғәт комплексында ҙур иҡтисади зыян килтерергә һәләтле.

Ҡош киҙеүен Башҡортостандың ҡошсолоҡ хужалыҡтарына индермәү өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә кәрәк.

«Ҡош-ҡортоғоҙ ҡырыла башлаһа йәки инфекцияға шик булһа, тиҙ арала дәүләт ветеринария хеҙмәтенә йәки 8-800-77-55-828 номерына (ҡыҙыу бәйләнеш) шылтыратығыҙ. Беҙҙең ветеринария лабораторияларында материалдарҙы тикшереүгә ҡабул итәләр», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың ветеринария идаралығында.

Автор:
Читайте нас: