Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Июнь 2023, 13:31

Беларусь Башҡортостан халҡын кейендерергә әҙер

Сит ил компанияларының китеүе һәм республика етәкселегенең импортты алмаштырыу сәйәсәтен әүҙем ғәмәлгә ашырыуы йәһәтенән был бик әһәмиәтле. 

Беларусь Башҡортостан халҡын кейендерергә әҙер
Беларусь Башҡортостан халҡын кейендерергә әҙер

Өфөлә Белоруссияның тәбиғи туҡымаларҙан костюмдар, жилеттар һәм пальто тегеү менән шөғөлләнгән COMINTERN компанияһынан ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн эшлекле стилдәге кейем-һалым магазины асыла. Сит ил компанияларының китеүе һәм республика етәкселегенең импортты алмаштырыу сәйәсәтен әүҙем ғәмәлгә ашырыуы йәһәтенән был бик әһәмиәтле. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһының Белоруссияға эш сәфәре барышында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тәҡдимен индергәйне. Ул предприятиеның производствоһын республикала урынлаштырырға тәҡдим итте.

«Коминтерн»дың генераль директоры Ксения Пантюхова 27 июндә асылырға тейешле магазин төбәктәр араһында уңышлы һәм оҙайлы партнерлыҡҡа тәүге аҙым булыр тип ышана.

«Предприятие юғары етештереү ҡеүәтенә эйә, уның нигеҙендә — заманса юғары етештереүсәнле махсус ҡорамалдар һәм алдынғы технологиялар менән йыһазландырылған техник база ғына түгел, ә 900-гә яҡын квалификациялы персонал», — тине ул «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә.

Әле предприятиела Башҡортостандың уҡыу йорттары өсөн уҡыусылар өсөн мәктәп формаһын булдырыу мөмкинлеге лә тикшерелә. Шулай уҡ Белоруссия бренды эксклюзив кейем-һалым тегеү өсөн республика дизайнерҙары менән хеҙмәттәшлек булдырырға ниәтләй.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: