Ҡурай
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Июнь 2023, 16:04

Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында республиканың барлыҡ халҡы өсөн Беларусь менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәтен билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте
Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең ХХ форумын да Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте

«Башҡортостан ҙур тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып бара. Әммә Беларусь менән мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн иҡтисади проект түгел. Был - туғандаш белорус халҡы менән тәрән дуҫлыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Форумда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Беҙҙең төбәк тураһында тик яҡшы тәьҫораттар алғанһығыҙҙыр тип ышанам».

Республика етәксеһе киләсәктә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең XX форумын да Өфөлә  үткәрергә тәҡдим итте.

«Форум Рәсәй төбәктәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күптәр уны үткәреү хоҡуғы өсөн көрәшергә әҙер. Башҡорттар - бик тәрбиәле халыҡ. Шуға хәҙер һорамайым. Ләкин XX форумды республикабыҙҙа уҙғарырға тәҡдим итәм», - тине пленар ултырышта Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас: