Прокуратура материалдарынан күренеүенсә, ирҙәр Баҡалы урамынан фатир һатып алған. Уны ипотека буйынса бурыстары булған ғаиләнән алғандар ҙа, бурыстарын ҡаплау өсөн, кире һатып та ебәргәндәр. Ә элекке ғаилә фатирҙан сығырға йыйынмаған.
Июлдә был икәү фатирға бронежилетта һәм противогаз кейеп килеп, өй эсенә ағыулы матдә һиптергән. Бынан һуң фатирҙа булған ике баланың күҙҙәре йәрәхәтләнгән.
"Ғәйепләнеүселәр ғәйептәрен таныны, зыян күргәндәргә әхлаҡи компенсацияны өлөшләтә түләнеләр. Енәйәт эше Өфөнөң Киров районы судына ҡарау өсөн ебәрелде", - тип хәбәр иттеләр прокуратуранан. Ирҙәрҙең ғәйепле булыуы иҫбатланһа, уларға биш йыл төрмә янай.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Fatir-esen-a-iu-ipterep-595442/