Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
26 Декабрь 2020, 22:50

Кемдәр “резина фатир”ҙарға иҫәпкә ҡуйыла?

Хәҙерге заманды миграция процестарынан тыш күҙ алдына илтереүе ҡыйын. Әммә һәр дәүләттең маҡсаты – миграцияның легаль формала, властар тарафынан контролдә булыуы һәм йәмғәткә хеҙмәт итеүе.

Республика хоҡуҡ һаҡлау органдары Башҡортостан биләмәһендә законһыҙ миграцияға ҡаршы көрәшә. Мәҫәлән, йыш ҡына мигранттарҙы фиктив рәүештә торлаҡҡа теркәү, йәғни халыҡта әйтелеүенсә, “резина фатир”ҙарға иҫәпкә ҡуйыу күҙәтелә. Ә был енәйәт төрөнөң артыуының сәбәбе – БДБ илдәренән Рәсәйгә килгәндәргә виза кәрәкмәй һәм йәшәү урыны буйынса хәбәр итеү рәүеше генә теркәлергә мөмкин. Йәғни уларға полицияға килеү мотлаҡ түгел, кәрәкле документтарҙы почта аша ебәреү ҙә етә.
Миграция өлкәһендә тағы бер енәйәт төрө үҫешкән. Ул – Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сит ил граждандарының һәм гражданлығы булмағандарҙың законлы булыуын рөхсәт иткән ялған документтарҙы әҙерләү һәм файҙаланыу осраҡтары.
Республикала миграция мәсьәләләре менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләре буйынса идаралығы шөғөлләнә.
Фото: tvsamara.ru
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Kemd-r-rezina-fatir-ar-a-i-pk--uyila-607153/
Читайте нас: