Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы бәйән итә.
Аныҡлабыраҡ һөйләгәндә, хәл бынан күп йылдар элек башланған.
Өсөнсө төркөм инвалиды Юра балалар йортонда тәрбиәләнгән, аҙаҡ уның яҙмышын үҙ ҡулдарына фотограф Роман Филипповтың өләсәһе алған. Әйтеүенсә, оло йәштәге ханым Юра менән барлыҡ инстанцияларҙы үтеп сыҡҡан, уға бүлмә юлларға ярҙам иткән.
Әммә тиҙҙән йүнһеҙ кешеләр Юраның бүлмәһен үҙҙәренә яҙҙырырға тырышҡан, әммә Романдың өләсәһе уны тағы ла яҡлап алып ҡалған.
Ул саҡта мутлашыусылар икенсе юл менән киткән... һәм Юра исеменә 500 мең һум кредит юллаған.
Унан һуң Юра бер йылын ауылда ҡоллоҡта үткәргән, тамаҡ ялғау өсөн төрлө эштәр башҡарған. Енәйәтселәр уны туҡмап үлтерә яҙғас, ҡасып киткән һәм кире Өфөгә ҡайтҡан һәм, әлбиттә, тағы ла Романдың өләсәһенә килгән.
Әлеге ваҡытта Юра урам һепереүсе булып эшләй һәм бәләкәс кенә бүлмәлә көн күрә. Әйтеүҙәренсә, ул тәмле итеп бешерә, гөлдәр үҫтерә һәм шиғырҙар яҙа. Әммә бәләкәй генә эш хаҡы кредит бурысын түләргә етмәгәне көн кеүек асыҡ.
Юраға ярҙам итеү өсөн Роман Филиппов Юраға профессиональ фотосессия ойошторған. Уның сәсен алғандар, зауыҡлы кейендергәндәр, студияға алып килгәндәр.
Һөҙөмтәлә, ҡәҙимге урам һепереүсе мода журналдарында төшкәндәрҙән кәм булмаған моделгә әүерелгән. Ә фотолар социаль селтәрҙәрҙә донъя күргәс, күптәр урам һепереүсе Юраның данлыҡлы кинойондоҙ Мэттью Макконахиға оҡшағанын билдәләгән.
Юраның бурыстарын түләргә ярҙам итешегеҙ тип яҙған Роман Филиппов бер тәүлектән икенсе пост ҡуйған: мәғлүм булыуынса, ошо ваҡыт эсендә 650 мең самаһы аҡса йыйылған – был Юраның бурыстарын түләргә етә.
“Юраның бурыстары күп, әммә был сумма етергә тейеш. Артып ҡалғанын уның торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тотонасаҡмын. Ныҡ ярҙам итергә теләһәгеҙ, был аҡса обой һатып алырға йә түшәмдәге тишекте ямарға, тип белегеҙ. Ә бурыстар өсөн аҡса йыйылды!”, - тип яҙа Роман Филиппов.
Бына ошондай мөғжизәле хәлдәр ҙә була донъяла.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Uram-epere-se-636415/