Ҡурай
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Февраль 2021, 22:40

Уҡытыусыны ...14 йылға ултыртҡандар

Өфө ҡалаһы Калинин районының балалар үҙәгендә 36 йәшлек ир тренер булып эшләгән. Уның тәрбиәләнеүселәренең береһе ҡапыл күнекмәгә йөрөмәй башлаған, ә өйҙә иһә әсәһенә дөрөҫөн һөйләп биргән.

Асыҡланыуынса, тренер енси характерҙағы ғәмәлдәр ҡылған һәм был турала ҡыҙға бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.
Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Яңыраҡ был ирҙе 14 йылға иркенән мәхрүм иттеләр һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйҙылар. Әммә хөкөм ителеүсе үҙенең ғәйебен танымаған.
Ғибрәтле ваҡиғаға ҡарата халыҡ социаль селтәрҙә асыулы фекерҙәре менән уртаҡлаша. “Уға үлем язаһын бирергә кәрәк ине, хайуанға!”, “Кеше үлтергәндәргә, ауыр енәйәт ҡылғандарға ҡаты яза булһа, улай ҡыланмаҫтар ине, ҡәбәхәт". "Ундайҙарҙы бағанаға аҫып ҡуйһаң да аҙ”, “Ғүмерлеккә төрмәгә ябырға кәрәк”, “Ҡатындар етмәйме икән, ҡәбәхәттәргә. Балаларға тейәләр”, “Уға былай ҙа көн күрһәтмәйәсәктер” тип яҙа улар.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: