Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Абдрахманов белдереүенсә, хужаның йортонда янғын сигнализацияһы булған, әммә был ғына ут менән һаҡһыҙ эш итеүсене үлемдән ҡотҡара алмаған.
Ә бына Учалы районында булған хәл тағы ла аяныслыраҡ. Ирҙең ҡасан үлгәне лә теүәл генә билдәле түгел әлегә... Ҡорама ауылында бер ҡатын, күршем өс көндән ашыу тышҡа сыҡҡаны юҡ, тип хәбәр итә. Шлак ҡатнашмаһынан ҡоролған күп фатирлы йорт тураһында һүҙ бара.
Эске эштәр бүлегенең участка инспекторы килеп ҡарағас, фатир эсендә 1951 йылғы ирҙең мәйете табыла. Өй эсендә төтөн, диван янған, стена-түшәмдәрҙә - һөрөм. Ул төтөнгә тонсоғоп үлгән, тип фараз итергә мөмкин. Әле тикшереү бара, фажиғәнең хәл-шарттары, сәбәптәре асыҡлана.
Яҡындарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың, бигерәк тә яңғыҙ йәштәге оло йәштәгеләрҙең хәлен йышыраҡ белеп тороғоҙ, үҙегеҙ ҙә ут яҡҡанда, электр, газ приборҙары менән ҡулланғанда һаҡ булығыҙ, йортта, фатирҙа тәмәке тартмағыҙ. Шуны белегеҙ – ут бер кемде лә аямай!
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/asan-m-rh-m-bul-ani-la-bild-e-689237/