Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
23 Февраль 2021, 23:15

Матай ҙа юҡ, аҡса ла...

Мут әҙәмдәр, алдаҡсылар, кешене төп башына ултыртыусылар көндән-көн арта. Уларҙың намыҫһыҙлығына хайран ҡалырлыҡ.

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазыла йәшәгән 50 йәшлек ир үҙе лә һиҙмәҫтән мутлашыусылар ҡармағына эләккән. Ир Японияла етештерелгән мотоцикл һатып алмаҡсы була.
Үҙенә кәрәк транспорт сараһын Интернетта эҙләп таба. Һатыусы мотоциклға хаҡтың арзанлығын авария ваҡытында зыян күреүе менән аңлата. Ир 55 мең һум аҡса күсергәндән һуң, һатыусы менән яңынан бәйләнешкә сыға алмай.
Мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған. Уяулыҡты юғалтмаҫҡа, һиҙгер булырға саҡырабыҙ!
Фото:UfacityNews.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Matay-a-yu--a-sa-la-689323/
Читайте нас: