Уйын 12 мартта Ярославль ҡалаһында була. Йәштәр хоккей лигаһында Санкт-Петербургтың “Динамо”һы менән Ярославль командаһы хоккейсылары осраша. Уйын барышында ҡаршы команда вәкиле һуҡҡан шайба Тимурҙың башына тейә. Егет шунда уҡ тиерлек йығыла һәм иҫен юғалта.
Уны Ярославль ҡалаһы дауаханаһына алып китәләр. Тимурҙың ғүмере өсөн табиптар ошо көндәр буйы көрәшә, тик ул аңына килмәй, бөгөн йән бирә. Шайба йәш хоккейсының йоҡо артерияһына тейгән булған. Уны шунда уҡ яһалма тын алыу аппаратына тоташтыралар. Тик йәрәхәте бик ауыр булып сыға.
Билдәле булыуынса, Тимур Силәбелә тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар "Трактор" командаһында уйнаған һәм бер нисә йыл элек Санкт-Петербург ҡалаһына күскән. Егеттең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Bashina-shayba-teyep-719447/