Ҡурай
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Апрель 2021, 21:10

Уларҙың бәләкәй балаһы етем ҡалды...

<ар республиканы тетрәндергән фажиғә булды.

Баҡалы районында урманда йәш парҙың үле кәүҙәләре табыла. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ғаилә башлығы - 32 йәшлек ир 21 йәшлек ҡатынын атып үлтерә һәм бынан һуң үҙенә ҡул һала. Бөгөн был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерелде.
Республиканың Тәфтиш комитеты был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Барлыҡ тикшереү саралары үтте, шаһиттарҙан һорау алына. Тәфтишселәр фекере буйынса, урманға барған ир менән ҡатын араһында талаш сыға. Ир кеше һунар карабины менән ҡатынының башына ата. Ул шунда уҡ йән бирә. Нимә эшләгәнен аңлаған ир үҙенә ҡул һала. Кәүҙәләрҙе ағас ҡырҡырға барған кешеләр асыҡлай. Ғаилә урманға “Нива” автомобилендә барған булған. Кәүҙәләр машина янында ятҡан.
“Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, үлгән ғаилә Августина менән Денис С. булып сыға. Уларҙың бәләкәй балаһы ҡалған. Уны әле өләсәһе менән олатаһы ҡарай. Был ғаиләнең яҡындары, таныштары ваҡиғанан шок хәлендә, сөнки, уларҙың фекеренсә, Денис был аҙымға бара торған кешегә оҡшамаған булған. Улар башҡалар кеүек үк ҡайһы берҙә талашҡан, әммә, дөйөм алғанда, татыу йәшәгәндәр.
Фото: "Комсомольская правда".
Читайте нас: