Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
4 Июль 2021, 08:05

Путин ау ҡоралын һатып алыу йәшен 21 йәшкә тиклем арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Документта шулай уҡ лицензия биреүҙән баш тартыу өсөн өҫтәмә нигеҙләмәләр бар

Рәсәй Президенты Владимир Путин ау ҡоралын һәм оҙон көпшәле һаҡланыу ҡоралын һатып алыу йәшен 18-ҙән 21 йәшкә тиклем арттырыусы, шулай уҡ уға лицензия биреүҙән баш тартыу өсөн өҫтәмә нигеҙләмәләр индереүсе законға ҡул ҡуйҙы. Документ 28 июндә хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында баҫылып сыҡты.
Йәште арттырыу хәрби хеҙмәт үткән һәм хеҙмәт итеүсе, шулай уҡ хәрбиләштерелгән дәүләт ойошмаларында эшләүсе, хәрби исемдәре йәиһә махсус исемдәре, класс чиндары булған кешеләргә ҡағылмай. “Ҡорал тураһында”ғы закондың алдағы редакцияһында 21 йәшкә тиклем сикләү бары тик граждан утлы ҡоралын һатып алыусыларға ғына ҡағыла ине.
Ау ҡоралын 18 йәштән алыу хоҡуғы аҙ һанлы халыҡ вәкилдәре, профессиональ аусылар, шәхси һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа юридик заттарҙа һаҡлана. Бынан тыш, спорт менән шөғөлләнеү өсөн 18 йәштән шыма көпшәле йәки оҙон көпшәле ау ҡоралы һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Законда шулай уҡ ҡорал һатып алыуға лицензиялар биреүҙән баш тартыу өсөн өҫтәмә нигеҙләмәләр бар. Элек бындай нигеҙләмәләр исемлегенә, мәҫәлән, аңлы рәүештә йәки ҡорал ҡулланып, ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт өсөн тамамланмаған хөкөмдарлыҡ инһә, хәҙер ике һәм унан да күберәк ҡабат хөкөм ителгән кешеләргә лә лицензиялар бирелмәйәсәк. Бынан тыш, иҫерек килеш руль артына ултырыусыларға ваҡытлыса тыйыу индерелә.
Фото: Кремлин.ру
Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас: