Юлда водителдәрҙең телефонға, музыкаға, әңгәмәсегә әүрәүе фажиғәгә килтереүе ихтимал. Статистика күрһәтеүенсә, водителдең телефондан һөйләшеп килеүе авария ихтималлығын дүрт тапҡырға арттыра.
Ағиҙел ҡалаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инпекцияһы бүлексәһе инспекторы Тимур Абдрафиков хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың беренсе ярты йыллығында 28 пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, шулар араһынан 16 протокол балаларҙы махсус ҡоролмаһыҙ йөрөткән өсөн төҙөлгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бер балаға медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!