Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
28 Ғинуар 2022, 16:34

Рәсәйҙәрҙе картанан аҡсаны алыуҙың яңы мутлашыу схемаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Енәйәтселәр социаль селтәрҙәр, электрон почта аша билеттар һатыу хаҡында ялған иғландар тарата.

Рәсәйҙәрҙе картанан аҡсаны алыуҙың яңы мутлашыу схемаһы хаҡында иҫкәрттеләр
Рәсәйҙәрҙе картанан аҡсаны алыуҙың яңы мутлашыу схемаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Рәсәйҙә фишинг сайттарының һаны артҡан, унда клиент концерт-спектаклдәргә билет һатып алыу урынына мутлашыу сайтына яҙыла. Был хаҡта ВТБ матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә һылтанма менән РИА Новости агентлығы хәбәр итте.

Енәйәтселәр социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар һәм электрон почта аша билеттар һатыу хаҡында ялған иғландар тарата. Клиент һылтанма буйынса күскәс, уға шәхси һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ банк картаһының реквизиттарын күрһәтеп, түләү формаһын тултырырға тәҡдим ителә.

Билет урынына кеше мутлашыусыларҙың аккаунттары сайтына яҙыла. Улар, үҙ сиратында, картанан аҡса алыу менән шөғөлләнә.

Граждандарға ышаныслы сайттар менән файҙаланырға, һылтанмаларҙы вирусҡа ҡаршы программалар ярҙамында тикшерергә кәңәш ителә. Әгәр билет һатып алған сайт шикле булып күренһә, картаны тиҙ арала блокировкаларға йәки банкка шылтыратырға кәрәк.

 

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: