Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
21 Октябрь 2022, 11:42

Депутаттар Йәштәр көнөн байрам итеүгә бәйле алкоголь һатыуҙы тыйыуҙы аныҡланы

Элек был тыйыу 27 июндә ғәмәлгә булды.

Депутаттар Йәштәр көнөн байрам итеүгә бәйле алкоголь һатыуҙы тыйыуҙы аныҡланы
Депутаттар Йәштәр көнөн байрам итеүгә бәйле алкоголь һатыуҙы тыйыуҙы аныҡланы

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны етештереүҙе һәм әйләнешен булдырыуҙы идара итеү тураһында» законына өҫтәмәләрҙе раҫланы.

– Законда Йәштәр көнөн байрам итеү сәбәпле алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы тыйыу тураһында положение аныҡланған, – тип хәбәр итте парламент спикеры Константин Толкачев. – Элек был тыйыу 27 июндә ғәмәлгә булды. Ҡайһы берендә был дата аҙнаның төрлө көнөнә тура килә, байрам саралары ялдарға күсерелә. Быны быйылғы байрам асыҡ күрһәтте. Йәштәр көнөндә алкоголде ваҡлау һатыуҙы тыйыу законы тейешлесә эшләмәне. Бынан ары муниципалитеттар байрам сараларын үткәргән көндәрҙә лә хәмер һатыу тыйыласаҡ.

Закон БР Башлығына ҡул ҡуйыуға ебәрелде. Рәсми рәүештә таратҡандан һуң 10 көн үткәс, ул үҙ көсөнә инәсәк.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: