Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Октябрь 2018, 17:09

24 октябрь - Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө

Бер ваҡыт китапханаларҙың эше һүрелгәндәй булғайны. Бөгөнгө көндә улар аҙым һайын үҙҙәренең барлығын, кәрәклеген раҫлай, һәм заман менән бергә атларға, китапханаға килеүселәрҙең талаптарына яраҡлашырға тырыша. Шулай ҙа бөгөнгө көндә мәктәп китапханаһы нисек йәшәй, электрон уҡытыу заманында китапханасы эше юғалып ҡалмаймы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты беҙ Ағиҙел ҡалаһының беренсе мәктәп китапханаһында эшләүсе тәжрибәле белгес, үҙ эшенең оҫтаһы Гөлгөнә Ғилметдин ҡыҙы Мифтахова менән бергәләп эҙләнек.

- Гөлгөнә Ғилметдин ҡыҙы, мәктәп китапханаһының фонды баймы, дәреслектәр һәм әҙәби китаптар етерлекме?
- Теүәл һандар менән әйткәндә, бөгөнгө көндә китапхананың дөйөм фонды 2532 дана тәшкил итә, шуларҙың 17172 данаһы – дәреслектәр, белешмә әсбаптары 3274, әҙәби китаптар – 4787, электрон әсбаптар – 116 дана. Китапханаға барлығы 834 кеше яҙылған, улар йылына 7247 тапҡыр бында килгән, барлығы 1236 китап бирелгән. Федераль исемлектәге дәреслектәр менән 100 процент бала тәьмин ителгән, республика исемлегенә ингәндәре менән – 97 процент.
- Шул тиклем күп әсбаптар менән эшләү тәртип тә талап итә бит әле...
- Әлбиттә, китап фонды тулыһынса системаға һалынған, инвентаризация даими үткәрелеп тора, китаптарҙы ваҡытында ҡайтарыу, уларҙы ремонтлау буйынса эш башҡарыла.
-Хәҙерге заман балаларын китап менән ҡыҙыҡһындырыу бик ауыр. Уҡытыусынан тыш, балала китапҡа һөйөү уятыу китапханасынан да тора. Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла?
-Эште беренсе кластан уҡ башлайбыҙ. Уҡыу йылы башында класс етәксеһе балаларҙы китапханаға экскурсияға алып килә. Уҡыусылар менән әңгәмә ваҡытында китапты дөрөҫ тотонорға, ҡулларнырға өйрәтәм, китапханала ниндәй гәзит-журналдар барлығын күрһәтәм, белешмә китаптары менән таныштырам. Китапхана дәресе аҙағында викториналар үткәрәм. Йыл аҙағында иң әүҙем уҡыусылар һәм китап яратыусы кластар бүләкләнә.
- Һәр бер балаға китапханала кәрәкле китап бармы-юҡмы икәнен аңлатыу ҙа еңел эш түгел.
- Китапхана фонды менән балалар күргәҙмәләр аша таныша. Улар уҡыусының китапҡа иғтибарын йәлеп итеүҙә ҙур роль уйнай. Төп урынды даими күргәҙмәләр алып тора, улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә, Ғаилә йылына, Башҡортостандың 100 йыллығына, әсәләргә, һәм, әлбиттә, китапҡа бағышланған. Ваҡытлы күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Улар күберәк яҙыусы-шағирҙарҙың юбилейҙарына һәм ил тарихында булған ваҡиғаларға арнала.
- Бөгөнгө көндә китапханасы китап биреүсе генә түгел, тәрбиә эше лә алып барырға бурыслылыр?
- Эйе, бигерәк тә илһөйәрлек тойғоһон, гражданлыҡ яуаплылығы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Кластан тыш саралар класс етәкселәре менән берлектә даими үткәрелеп тора. Календарға күҙ һалһаҡ, уҡыу йылы башында уҡ терроризмға ҡаршы көрәшкә бағышланған саралар үткәрелә. Беҙҙең мәктәпте тамамлаған, Дагестанда һәләк булған ФСБ капитаны Руслан Холбанға арнап мәктәп музейында экспозиция булдырылған, бинаға иҫтәлекле алтаҡта урынлаштырылған, ҡаһарман яҡташыбыҙға бағышлап йыл һайын әҙәби-музыкаль композиция ла әҙерләйбеҙ. Октябрҙә граждан оборонаһы айлығы үтә, унда ла китапхана ситтә ҡалмай, шиғыр уҡыусылар конкурсы үткәрәбеҙ. Бына әле Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған һүрәттәр күргәҙмәһенә әҙерләнәбеҙ. Шиғыр уҡыусылар конкурсына әҙерләнгәндә, балаларға шиғырҙар һайларға үҙем ярҙам итәм, һүрәттәр конкурсына ла тема һайлағанда кәңәштәремде бирәм. Быйыл Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы бихисап саралар планлаштырылған.
- Китапханасы ниндәй генә саралар үткәрмәһен, балаларҙы интернеттан айырыу ауыр хәҙер. Ә Һеҙҙең янға балалар тәнәфес һайын йүгереп килә. Бының сере нимәлә һуң?
- Балалар уларҙы китапханала Гөлгөнә апайҙары көткәнен күрә, мин уларҙы һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алам. Уҡыусылар менән уртаҡ тел табып, әңгәмә ҡорам. Хәҙерге заман балаһы нимә менән ҡыҙыҡһынғанын белеп, шул темаға китаптар тәҡдим итергә тырышам. Киләсәктә лә китапханасы һөнәре юғалмаҫына, китап һөйөүселәрҙеғ юҡҡа сыҡмаясағына ышанып ҡалам.
Читайте нас: