Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2018, 13:06

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә репетиторлыҡҡа ҡаршы көрәш башлай

Айбулат Хажин әйтеүенсә, репетиторлыҡтың барлыҡҡа килеүенә бер ни тиклем «уҡытыусылар хеҙмәтен дәртләндереүҙең боҙолған системаһы» сәбәпсе.

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин иҫәпләүенсә, репетиторлыҡ кеүек күренеште еңергә кәрәк, сөнки уҡытыусылар аңлы рәүештә дәрестә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте биреп еткермәй, шул рәүешле өҫтәмә дәрестәр алыуға этәрә.
«Бала мәктәптә уҡый һәм аҙаҡ репетиторҙар менән шөғөлләнә — был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Мин бындай системаға ҡәтғи ҡаршымын, — тип белдерҙе ведомство башлығы. — Беҙҙә уҡытыусылар федераль дәүләт мәғариф стандарттары сиктәрендә белем биреү программаһын бойомға ашырған өсөн хеҙмәт хаҡы ала. Һәр контроль-үлсәү материалы тулыһынса тиерлек уҡыу курсының программаһын ҡабатлай, уның сиктәренән сыҡмай. Әгәр уҡытыусыларҙан теге йәки был фәндәр буйынса: «Һеҙ Мария Ивановнаға барығыҙ, ул һеҙҙе мотлаҡ әҙерләр, ярҙам итер, һәм һеҙ уңышлы тапшырырһығыҙ» тигән тәҡдимдәр килә башлаһа, ата-әсәләргә йәки законлы вәкилдәргә тейешле органдарға: Мәғариф министрлығына, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәм. Һәр осраҡта ҡарар ҡабул итербеҙ».
Айбулат Хажин әйтеүенсә, репетиторлыҡтың барлыҡҡа килеүенә бер ни тиклем «уҡытыусылар хеҙмәтен дәртләндереүҙең боҙолған системаһы» сәбәпсе.
«Уҡытыусы нимә өсөн эшләүен, нимә өсөн аҡса алыуын аңларға, уның эш һөҙөмтәһе уның эш хаҡында сағылыш табырға тейеш, — тип иҫәпләй мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы. — Мәҫәлән, уҡытыусы уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерын әҙерләгән икән, уға финанс ярҙамын күрһәтеү зарур. Өс призер булһа, өсләтә күләмдәге премия. Был бик мөһим».
Аҙ комплектлы мәктәп уҡыусыларына дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә һәм төп программаны үҙләштерергә ярҙам итеү өсөн бушлай онлайн-курстар асыу күҙаллана.
«Беҙ мәктәптәрҙә репетиторлыҡҡа кәртә ҡуябыҙ», — тине Айбулат Хажин.
http://www.bashinform.ru/bash/1249836/
Читайте нас: