Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Февраль 2019, 14:08

Радий Хәбиров мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыуға күсергә тәҡдим итте

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыуға күсергә тигән тәҡдим индерҙе.

Бөгөн Өфөлә беренсе мәктәп мәғарифы форумы асылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сығышында мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡытыуға күсергә тигән тәҡдим индерҙе. Балалар былай ҙа арыған һәм ял көндәрен ғаиләһе менән уҙғарырға тейеш. Шуның менән бергә биш көнлөк эш аҙнаһына күсеү барышында уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡлана. 32 буш шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте.
Мәҫәлән, беренсе шәмбене дөйөм мәктәп спартакиадаһына бағышларға. Октябрҙәге икенсе шәмбене тыуған яҡты өйрәнеүгә бирергә, унда билдәле яҡташтарыбыҙҙы йәки хеҙмәт геройҙарын саҡырырға мөмкин.
«Балаларыбыҙҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле, матур кешеләр булып сығыуҙарын теләйбеҙ, шуға күрә биш көнлөк уҡытыуға күсергә тәҡдим итәм», — тине Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/bash/1268258/
Читайте нас: