Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Февраль 2019, 00:09

Тәҡдим хупланды: балалар аҙнаһына биш көн уҡыясаҡ

Республика мәктәптәрендә биш көнлөк уҡыуға күсеү ҡарары ҡабул ителде.

Республика мәктәптәрендә биш көнлөк уҡыуға күсеү ҡарары ҡабул ителде, ул йәмәғәтселек һәм директорҙар корпусы тарафынан хупланды, тине мәғариф йыйынынан һуң журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
“Артабан иң ҡатмарлы һәм мәшәҡәтлеһе башлана, – тине ул. – Республиканың Мәғариф министрлығына был мәсьәләне предмет йәһәтенән өйрәнеп, мәктәптәргә биш көнлөк уҡыуға нисек һәм ҡасан күсеү, белем биреү процесын ҡайһылай итеп алып барыу тураһында аңлатыу эше үткәреү, кәңәш биреү бурысы ҡуйылды. Әлбиттә, бының төрлө үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, сығарылыш класс уҡыусыларына көсөргәнеш тыуҙырырға ярамай, был алымды уларға ҡарата ҡулланырғамы – уйларға кәрәк. Әммә биш көнлөк уҡыуға күсәсәкбеҙ”.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был эш этаптар буйынса алып барыласаҡ, бихисап ойоштороу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк буласаҡ. “Шәмбе буш үтергә тейеш түгел: ул көндә мәҙәниәт учреждениеларының, спорт объекттарының балалар мәнфәғәтендә әүҙем эшләүе мөһим”, – тине Радий Фәрит улы.
http://bashgazet.ru/belem/35164-tdim-huplandy-balalar-anayna-bish-kn-uyjasa.html
Читайте нас: